Һайланған мәҡәлә
|
Әхмәтзәки Вәлиди Туған (10 декабрь 1890 йыл — 26 июль 1970 йыл) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967).
Әхмәтзәки Вәлиди 1890 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер улусының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Көҙән ауылында тыуған.
1917 йылда социал-революционерҙар (эсерҙар) партияһына инә. Шул уҡ йылдың март — апрелендә Рəсəй мосолмандарының ваҡытлы үҙəк бюроһы ағзаһы була, 1917 йылдың апрелендә Ташкент ҡалаһында Мосолман советын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм унда шул уҡ йылдың майында Мәскәүҙә уҙғарылған I Бөтə Рəсəй мосолман съезына Төркөстандан делегат итеп һайлана. Был съезда Әхмәтзәки Вәлиди Рəсəйҙең федератив республикаһының ҡоролошо һəм мосолман халыҡтарының милли-территориаль автономияһы идеяһын яҡлап сыға һәм Бөтə Рəсəй мосолман шураһының башҡарма комитеты һәм 昨晚我和小伙子做了6次昨晚我和小伙子做了6次,中文字幕第二十三页中文字幕第二十三页Башҡорт өлкә бюроһы ағзаһы булып китә. «Башҡорт» гәзитенең тәүге һанында Вәлидинең Башҡортостан үҙаллығы тураһында мәҡәләһе баҫылып сыға.
1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша һәм унда президиумы ағзаһы һәм Башҡорт мәркәз шураһы рəйесе урынбаҫары итеп һайлана. Дəүлəт ҡоролошо (милли-территориаль автономия нигеҙендə) һəм «Ер мәсьәләләре» буйынса докладтар менән сығыш яһай. Икенсе докладында, ул XVII—XX быуаттар араһында юғалтылған башҡорт ерҙəрен ҡайтарып биреү зарурлығын билдəлəп үтә. 1917 йылдың 22—29 авгусында Өфөлә уҙған II Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша. Бында ул «Оло Башҡортостандың», «Бәләкәй Башҡортостандың» һəм «Көнсығыш Рəсəйҙең Мосолман автономлы дəүлəттəре федерацияһының» карталарын төҙөй. Башҡорт хөкүмәте төҙөлгәс, Вәлидигә Хәрби һәм эске эштәр бүлектәре тапшырыла.
1917 йылдың ноябрендә Өфө губернаһының федералист башҡорттар исемлеге буйынса Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышына делегат итеп һайлана. Башҡорт мəркəз шураһының беренсе фармандарын төҙөүҙə һәм уларға ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша. Был фармандарҙа башҡорттарҙың сəйəси көрəштə позицияһы һəм федератив Рəсəй составында Башҡортостан автономияһы иғлан ителә. 1917 йылдың 8—20 декабрендә Ырымбурҙа үткән III Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша һәм унда президиумы рәйесе һәм Кесе Ҡоролтай ағзаһы итеп һайлана, Башҡорт хөкүмәте рəйесе урынбаҫары һəм Хəрби бүлек мөдире итеп раҫлана.
1918 йылдың июненән алып 1919 йылдың февраленә тиклем Башҡорт хəрби шураһы рəйесе, Башҡорт ғәскәре командующийы була. Башҡорт хөкүмəтенең Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты (КОМУЧ) һəм Ваҡытлы Себер хөкүмəте менән үҙ-ара бəйлəнешен ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. 1918 йылдың сентябрендә Өфөлә уҙғарылған Дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша, унда Өфө директорияһы исеме аҫтында билдәле булған Бөтә Рәсәй хөкүмәте ойошторола. 1918 йылдың ноябрендә А. В. Колчактың хəрби диктатураһын урынлаштырыуға һəм уның унитар Рəсəйҙе тергеҙеүгə, өлкə хөкүмəттəрен һəм милли ҡораллы формированиеларҙы бөтөрөүгə йүнəлтелгəн курсына ҡаршы сыға.
↪ дауамы…:
Исемлек (121) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡаңлы (ҡаңны) — башҡорт ҡәбиләһе.
Телдәре башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты түбәнге ағиҙел-ыҡ менән танып һәм көньяҡ диалекттың дим һөйләштәренә ҡарай.
Ҡаңлы ҡәбиләһенең барлыҡҡа килеүен боронғо Туран халҡы менән бәйләйҙәр, улар актик һәм иртә урта быуаттарҙа Һырдаръя һәм Көньяҡ Урал араһындағы далаларҙа йәшәгән. Боронғо иран ижади ҡомартҡыларында («Авеста», «Хвадай-намаг» («Хоҙайнамә»)), зороастрий яҙмаларында («Денкард», «Бундахишн»), «Шаһнамә» поэмаһында туран һәм иран (арий) халыҡтарының ҡан-ҡәрҙәш булыуы тураһында әйтелә. Тәүге турандарҙың мифик ата-бабаһы Арийҙың ҡустыһы булған, был хәҙерге генетик тикшеренеүҙәр менән дә раҫлана.
Урта быуат ҡаңлылары «Сокровенное сказание»ла — канг-лин, Рәшит әт-Диндә — канлы, Әбү әл-Ғази ла канкли, канглы тип телгә алына. Был этноним шулай уҡ ҡаҙаҡтар, ҡараҡалпаҡтар, ҡырғыҙҙар, ҡырым татарҙары, нуғайҙар һәм үзбәктәрҙең составында теркәлгән. Ҡәбилә формалашыуына уларҙың ҡыпсаҡтар араһында йәшәүе йоғонто яһай. Тикшеренеүселәрҙең күбеһенең раҫлауынса, ҡаңлыларҙың берләшмәһе XI—XII быуаттарҙа Арал буйы далаларында бәшнәк-уғыҙ нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Шул уҡ ваҡытта «ҡаңлы» этнонимы бәшнәктең боронғо үҙатамаһы булған «ҡаңғар» менән оҡшаш. Ҡаңлыларҙың этник формалашыуында шулай уҡ ҡыпсаҡтарҙың ҙур роль уйнауы һыҙыҡ өҫтөнә алына, улар 1220 йылда монголдар тарафынан тар-мар ителгәндән һуң башлыса Ҡыпсаҡ далаһы (Дешт-и-Ҡыпсаҡ) халҡы составына ҡушыла. Икенсе гипотеза буйынса, ҡаңлылар Һырдаръяла Ҡаңгөй дәүләтен төҙөгән ҡаңгөйҙәрҙең этник вариҫтары булып тора.
Ҡаңлылар Асылыкүл менән Ҡандракүл буйында, Сәрмәсән йылғаһы бассейны, шулай уҡ Баҙы йылғаһының — үрге, Өҫән йылғаһының — урта, Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында төпләнә, бында улар дыуан, йылан, йәлдәк, ҡаршын, ҡобау, мең һәм унлар ҡәбиләләре менән күрше була. Р. Ғ. Кузеев буйынса, көнбайыш Башҡортостанда ҡаңлылар боронғо башҡорт ҡәбиләләре менән ныҡ ҡатышалар, бының хаҡында ҡаңлылар араһында үҫәргән, бөрйән һәм юрматы ҡәбиләләренең тамғалары таралыуы дәлилләй. Шулай уҡ ҡаңлы һәм үҫәргән ҡәбиләләренең ҡошо ла бер — торна.
Хәҙерге ваҡытта ҡәбиләнең аҫаба биләмәләренә Благовар, Бөрө, Бүздәк, Бәләбәй, Дүртөйлө, Дәүләкән, Кушнаренко, Мишкә, Саҡмағош, Туймазы һәм Шаран райондары инә.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
2 ғинуар юбилярҙары
|
- Рәхимов Рәхимйән Исхаҡ улы (1926—10.01.2003), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, старшина. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Аҡа ауылынан.
- Ғөбәйҙуллина Зәйтүнә Хатип ҡыҙы (1936), хор дирижёры. 1961—1991 йылдарҙа Башҡортостан Музыка йәмғиәте балалар хорының художество етәксеһе, 1985—1991 йылдарҙа йәмғиәт идараһының рәйес урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Аҙау ауылынан.
- Пшеничнюк Анатолий Харитонович (1936—5.01.2016), ғалим-археолог. 1959—2014 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1978—2006 йылдарҙа бүлек мөдире. Тарих фәндәре кандидаты (1968). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006).
- Узбәков Данир Камалетдин улы (1936—15.02.2017), архивсы, дәүләт эшмәкәре. 1982—1994 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Архив идаралығы начальнигы, 1995—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ы атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылынан.
- Хәмиҙуллин Марат Өмөтбай улы (1936—12.01.2011), хеҙмәт алдынғыһы. 1967—1994 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе ремонт механика заводының токарь-ҡырыусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985).
- Әлибәков Таштимер Ишмөхәмәт улы (1936—2006), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1966—1996 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Бөрйән районы хужалыҡтары етәксеһе, шул иҫәптән 1974 йылдан — яңы ойошторолған «Урал», 1981—1994 йылдарҙа «Ағиҙел» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған зоотехнигы (1980, районда беренсе), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982). Сығышы менән ошо райондың Мораҙым ауылынан.
- Әхмәрова Светлана Ғәриф ҡыҙы (1941), малсылыҡ ветераны, хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1956—1996 йылдарҙа Мәсетле районы Жданов исемендәге колхоз һауынсыһы. 1984—1989 йылдарҙа СССР-ҙың XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Яңы Мөслим ауылынан.
- Томилов Юрий Семенович (1951), табиб, һаулыҡ һаҡлау өкәһе эшмәкәре. 1987—1999 йылдарҙа Өфөнөң 48-се поликлиникаһының баш табибы; 1999—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының медик-социаль экспертиза буйынса баш эскперты, 2005—2016 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһы буйынса медик-социаль экспертиза Баш бюроһы» федераль дәүләт учреждениеһы етәксеһе — медик-социаль экспертиза буйынса баш эскперт. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Шакиров Альберт Вазиф улы (1956), ғалим-географ. 2001—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2002 йылдан Урал экологик географик тикшеренеүҙәр үҙәге (Өфө) директоры, 2005 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Дала институты хеҙмәткәре; 2008 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2011 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия университетының география, ер төҙөлөшө һәм кадастр кафедраһы мөдире. География фәндәре докторы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Һеңрән ауылынан.
|
|